Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2022, 11:30

Гөлөктәрҙең ҡыуанысы уртаҡ булһын!

Элек ауылда медицина пункты бөтөнләй булманы, шуға күрә уның асылыуын халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көттө.

Гөлөктәрҙең ҡыуанысы уртаҡ булһын!
Гөлөктәрҙең ҡыуанысы уртаҡ булһын!

Дүртөйлө районының Гөлөк ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы медицина пункты сафҡа инде.

“Беҙ районда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу һәм яңыларын төҙөү өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Һәр кем тәүге медицина ярҙамын ауылдан сыҡмайынса алырға тейеш. Элек Гөлөк ауылында медицина пункты бөтөнләй булманы, шуға күрә уның асылыуын халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көттө.

Бына бөгөн ауылдаштар өсөн бик мөһим булған медицина учреждениеһы ишектәрен асты. Ауылда 60 хужалыҡта 150 кеше йәшәй. Уларҙы хеҙмәтләндереү бурысын үҙ өҫтөнә фельдшер Нәзифә Сәйетғәлиева алды. График буйынса тар белгестәр ҙә бында халыҡты ҡабул итәсәк.

Яңы пунктта бөтә уңайлыҡтар бар: процедура-прививка, ҡабул итеү  кабинеттары, тейешле ҡорамалдар. Гөлөктәргә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ,” – ти Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: