Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проекты нигеҙендә фермерҙарға, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәренә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Йылайыр районының Сосновка ауылынан Радик Әмиров сыр етештереүгә тотонған. Ул үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығында кәзә аҫрай һәм уның һөтөнән “Әсәй-кәзә” атамаһы аҫтында 6 төрлө сыр яһай. “Күрәгә, грек сәтләүеге”, “Качотта”, “Качотта ете прован үләне”, “Гауда”, “Тильзитер”, “Рәсәйҙеке” сырҙарын урында йәшәүселәр генә түгел, күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре ҡулланыусылары ла бик теләп һатып ала.
Йүнселдәрҙең экологик йәһәттән таҙа ризығын Йылайыр ауылында "Эконом" магазинында, шулай уҡ Сосновка ауылындағы 7-се шәхси йорттарынан һатып алырға мөмкин.
Сит илдәр Рәсәйгә санкциялар иғлан иткәндә, үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы сыр һатып алыусылар араһында киң танылыу яулауына ышаныс ҙур.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото һәм сығанаҡ: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештәге" сәхифәһенән, vskormi.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан