Башҡортостанда эшҡыуарҙарға субсидиялар биреү буйынса йөкләмәләрен үтәү ваҡытын оҙайттылар. Санкциянан зыян күргән предприятиеларға ярҙам тураһындағы ҡарарҙы ил Хөкүмәте раҫланы.
Сара сикләүҙәр ҙур зыян килтергән һәм уға бәйле “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә субсидия бирелгән үҙҙәренә алған бурыстарын үтәй алмаған ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡағыла.
Һүҙ 2022 йылдың 31 мартына тиклем төҙөлөп, уны үтәү ваҡыты 2022 йылдың 22 февраленән көсөнә ингән субсидиялар тураһында бара. Ҡаралған һөҙөмтәләргә сикләүҙәргә бәйле өлгәшеп булмаһа, улар үҙгәртелеүе йәки 24 айға тиклем оҙайтылыуы бар. Субсидияны ҡайтарырға йәки штраф түләргә тура килмәйәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) Рәсәй тауарҙарын донъя баҙарында һатыуҙы киңәйтеү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Быға дәүләт көйләүе, тармаҡ һәм корпоратив программалар, шул иҫәптән экспорт һәм акционер финанслау, лизинг һәм оҙайлы ярҙам саралары ҡаралған.
Автор фотоһы.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан