Һуңғы осорҙа республикабыҙ райондарында, хатта элек медицина пункттары бөтөнләй булмаған төпкөл ауылдарҙа тәүге медицина ярҙамының яҡынлашыуын, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуын, күсмә мобиль пункттарҙың эшләүен яҡшы күрәбеҙ, халыҡтың һөйөнөсөн барыбыҙ ҙа уртаҡлашабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Дүртөйлө районының Гөлөк ауылы кешеләре яңы медицина пунктын ҡабул итеп алды. Асҡын районының Мутайылға, Шишмә районының Ҡара Яҡуп, Йылайыр районының Сәләх ауылында асылған яңы ФАП-тар халыҡ һаулығын хәстәрләйәсәк.
Яңыраҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында илдә тәүге медицина ярҙамы сифатын артабан яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
– Халыҡ сәләмәтлеге күрһәткестәрен яҡшыртыу, ваҡытынан алда үлем осраҡтарын иҫкәртеү, граждандарҙың ғүмер оҙайлығын арттырыу, нигеҙҙә, тәүге звено эшенең тәьҫирлеге менән бәйле, - тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко. – Был беҙҙән медицина ойошмалары эшмәкәрлеген баһалауға, матди яҡтан дәртләндереү сараларына яңы ҡараш талап итә.
Ысынлап та, һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы медицина ярҙамы күрһәтеүҙең төп нигеҙе булып тора. Тап ошо звенола пациент менән табип тәүләп осраша.
– Беҙ пациент менән был этапта сирҙе иҫкәртеү, хроник сирҙе тотороҡландырыу, хәлдең киҫенләшеүенә юл ҡуймау өсөн әүҙем эшләргә тейешбеҙ, –тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. Уның әйтеүенсә, медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, ярҙам сифатын яҡшыртыу милли маҡсатҡа – халыҡтың ғүмер оҙайлығын арттырыу һәм тормош сифатын күтәреүгә өлгәшергә булышасаҡ.
Республикабыҙҙа ауылдарҙа медицина пункттары төҙөүҙән, уларҙы йыһазландырыуҙан тыш, пациенттарҙың юғары технологияларҙан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу буйынса ла планлы эш алып барыла. Мәҫәлән, март айында “МедИнвестГрупп” компанияларының “ПЭТ-Технолоджи” ядро медицина үҙәгендә ремонт эштәре һәм заманса ҡорамалдар урынлаштырыу тамамланыуы ошо оло эштәрҙең береһе. Үҙәкте булдырыуға 240 миллион һум аҡса инвестицияланған. Эш Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
– Быйыл йәй үҙәк тәүге пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Бында һәр кем медицина страховкаһы буйынса ПЭТ/КТ позитрон-эмиссия томографында халыҡ-ара сифат стандарттарына ярашлы бушлай тикшереү үтә аласаҡ. Ул онкология ауырыуына дусар кешеләргә берҙәм медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мөһим звеноһы буласаҡ, – тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
2019 йылдан башлап илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тәүге звено инфраструктураһын яҡшыртыу, ә 2021 йылдан уны яңыртыу программаһы эшкә ҡушылды. “Был стратегик йүнәлеш тәүге медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлеген 100 процентҡа тәьмин итергә булышасаҡ”, - тип белдерҙе Михаил Мурашко. Рәсәйҙә 100-ҙән ике меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарҙа халыҡтың тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыуын яҡшыртыу өсөн төбәктәрҙә 1700-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты, табиплыҡ амбулаториялары сафҡа индерелде. Был йәһәттән Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй.
Сәләмәтлекте һаҡлауҙың тағы ла бер ышаныслы ысулы – диспансерлаштырыу. Айырыуса коронавирус инфекцияһын үткәргәндәр өсөн тәрәнәйтелгән медицина тикшереүе мөһим. Иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә былтыр илдә йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш ауырыуҙары 2020 йыл менән сағыштырғанда 1,6 тапҡырға күберәк асыҡланған. Тимәк, әлегә ҡайһы берәүҙәрҙең уны өнәп бөтмәүенә ҡарамаҫтан, диспансерлаштырыу - халыҡ сәләмәтлеген контролдә тотоу, ваҡытында дауалауҙы башлау өсөн баһалап бөткөһөҙ тәьҫирле сара.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, былтыр йәй ковид сирен үткәргән граждандар өсөн ентекле диспансерлаштырыу программаһы старт алды. Тағы ла һәр кемгә уңайлылыҡ тыуҙырыу маҡсатында, диспансерлаштырыуҙы кискеһен һәм шәмбелә үтеү мөмкинлеге тыуҙырылды. Тик һәр кем ошо мөмкинлектәрҙән ваҡытында файҙаланһын, табипҡа күренеүҙе кисектермәһен ине.
Фото: aif.ru