Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2022, 14:30

Яңауылдар яңы торлаҡҡа күсә

Халыҡты күсереү буйынса төп саралар 2022 йылдың һуңғы кварталына тәғәйенләнә.

Яңауылдар яңы торлаҡҡа күсә
Яңауылдар яңы торлаҡҡа күсә

Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһен тәшкил итә.

Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы төбәк программаһында ҡатнашыуын дауам итә. 2019 – 2023 йылдарға иҫәпләнгән яңы программа дәүләт корпорацияһы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Ошо адреслы программаға авария хәлендәге 25 йорт (215 фатир) индерелгән, шуларҙың 23-ө – Яңауыл ҡалаһында, икеүһе – Прогресс һәм Ҡарман ауылдарында.

“Былтыр яңы йорттарға күсерелергә тейешле кешеләр өсөн торлаҡ һатып алыуға сауҙалашыу уҙғарылған. Төҙөүселәр менән килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хәҙер Көньяҡ, Кирзавод һәм 52-се квартал урамдарындағы биш майҙансыҡта төҙөлөш бара”, - тине Яңауыл районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе Ирина Тажетдинова.

Яңауыл районында авария хәлендә тип танылыуға бәйле бушатылырға тейешле дөйөм майҙан 7,9 мең квадрат метр тәшкил итә. Унан халыҡты күсереү буйынса төп саралар 2022 йылдың IV кварталына тәғәйенләнә. 2010 йылдан 2018 йылға тиклем авария хәлендәге 102 йорттан 1500-ҙән ашыу кеше яңы торлаҡҡа күсерелгән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/235527

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: