Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2022, 11:30

Экспорт йүнәлешендә эш дауам итәсәк

“Төбәк экспорт стандарты 2.0” үҙләштереүҙе индереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң яҡшы дүрт төбәк иҫәбенә ингән.

Экспорт йүнәлешендә эш дауам итәсәк
Экспорт йүнәлешендә эш дауам итәсәк

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 13,2 процентҡа артҡан, 2020 йылға ҡарағанда 4,6 миллиард долларға күп. Шул уҡ ваҡытта экспорт 18 процентҡа үҫкән – 3,7 миллиард долларға тиклем. Ошо хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева аҙна кәңәшмәһендә белдерҙе.

Былтыр Башҡортостан сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған экспорт буйынса тарихи бейеклеккә өлгәште – ул 2,5 миллиард доллар тәшкил итте. Маргарита Болычева билдәләүенсә, Төркиәгә (ике тапҡыр), АҠШ-ҡа (дүрт тапҡыр), Кореяға (16 тапҡыр), шулай уҡ СНГ илдәренә (15 процентҡа) экспорт кимәле артҡан. 2017 йылдан Ҡытайға тауар оҙатыу 817 миллион долларға еткән.

2021 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, “Төбәк экспорт стандарты 2.0” үҙләштереүҙе индереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң яҡшы дүрт төбәк иҫәбенә ингән. Республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге икенсе йыл рәттән Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән рейтингта лидерҙар иҫәбендә.

Маргарита Болычева әйтеүенсә, Башҡортостанда экспортҡа сығыу өсөн еңел һәм уңайлы шарттар тыуҙырылған. Мәҫәлән, республикала “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты ғәмәлгә ашырыла, уның ярҙамында белгестәр урынға сығып, предприятиеларҙың экспорт мөмкинлектәрен тикшерә. 2021 йылда ошондай ярҙамды 200 төбәк алған. Башҡортостан экспортсылары республика бюджетынан сит илгә тауар ташыуға киткән һәм халыҡ-ара сертификат алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу мөмкинлегенә эйә. Эштең мөһим йүнәлеше – ышаныслы экспортсыларҙың тауарҙарының карточкаларын халыҡ-ара электрон майҙансыҡтарҙа ҡуйыуҙа (маркетплейстарҙа) ярҙам итеү.

2021 йылда Башҡортостан сит илгә ете тапҡыр эшҡыуарлыҡ сәфәре менән сыҡҡан – Беларусҡа, Ҡаҙағстанға, Сербияға, Үзбәкстанға, Төркиәгә һәм Тажикстанға. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстанға һәм Беларусҡа барған делегацияны етәкләне, республиканың Конгресс-бюроһы вәкиллектәре эш башланы. 2022 йылда Узбәкстанда һәм Ҡытайҙа вәкиллектәр асыу планда бар.

Санкциялар көсәйтелгән шарттарҙа республика етештереүселәрен сығанаҡ менән тәьмин итеү мөһим. Ошо маҡсатта Башҡортостанда Импорт менән тәьмин итеү һәм импортты алмаштырыу үҙәге булдырылған. Үҙәк белгестәре төбәк предприятиеларының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн тәҡдимдәрҙе йыйыу һәм анализлау менән шөғөлләнә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делигацияһының эш сәфәре барышында Ҡаҙағстан һәм Беларусь менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл карталарын теүәл үтәргә ҡушты. Төбәк етәксеһе әлеге килеп тыуған халыҡ-ара хәлдә бының айырыуса мөһим булыуын билдәләне.

Әйтергә кәрәк, был саралар артабан да Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: