Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2022, 09:30

Эштәре лә, аштары ла булһын

“Өфө гипс компанияһы” Башҡортостан ҡаҙнаһынан субсидия иҫәбенә эш урындары булдырған һәм биш инвалидты эшкә урынлаштырған.

Эштәре лә, аштары ла булһын
Эштәре лә, аштары ла булһын

Башҡортостандың төҙөлөш материалдары етештереү буйынса иң эре предприятиеларының береһе – “Өфө гипс компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан ҡаҙнаһынан субсидия иҫәбенә эш урындары булдырған һәм биш инвалидты эшкә урынлаштырған.

Дөйөм алғанда, предприятиеға ошо маҡсатҡа 539 мең һум аҡса бүленгән. Ғөмүмән, быйыл республикала мөмкинлектәре сикләнгән 125 кешене эшкә урынлаштырыу планлаштырыла: был ниәттә 11 миллиондан һум аҡса бүленәсәк. Сағыштырыу өсөн, былтыр 10,8 миллион һум бүленгән.

Ғөмүмән, республикала ил Президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") сиктәрендәге саралар уңышлы бойомға ашырылыуын дауам итә. Мәҫәлән, ошо милли проекттың “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектына ярашлы, ҡайһы бер категорияға ҡараған граждандарға профессиональ һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса саралар уңышлы бойомға ашырыла. 2021 йылдан алып иһә  мәшғүллек хеҙмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар ҙа күрелә. Был проект 2022 йылдан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең дәүләт учреждениеларын заманса “кадрҙар үҙәктәренә” әүерелдереүҙе күҙ уңында тота.

 –  Мәшғүллек үҙәктәре “Хеҙмәт баҙарын  көйләү һәм халыҡтыү мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә эш биреүселәргә һөҙөмтәле саралар тәҡдим итә. Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу йәһәтенән эш биреүселәргә булышлыҡ итеү һәм инвалидтарҙың мәшғүллеген һаҡлау йәһәтенән Башҡортостанда өс мөһим сара бар. Һүҙ инвалидтарҙы стажировкалау, ойошмаларҙа махсус йыһазландырылған эш урындары булдырыу, йәмәғәт инвалид ойошмалары тарафынан булдырылған предприятиеларҙа инвалидтар өсөн эш урындарын һаҡлау хаҡында бара. Дөйөм алғанда, бының өсөн быйыл 37 миллион һум йүнәлтеләсәк, – ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Атап әйткәндә, инвалидтарға эш урыны булдырып, йыһазландырылған өсөн эш биреүселәргә 80 – 100 мең һумға тиклем, инфраструктура өсөн 100 мең һумға тиклем сығымдар ҡаплана. Инвалидҡа эш урынында оҫта беркетеп, уға адаптация осорон үтергә ярҙам иткән өсөн дә өҫтәмә түләү ҡаралған. Махсус субсидия алған эш биреүсе был эш урынын ике йыл һаҡларға тейеш.

Өфө гипс компанияһының етәксеһе Артём Попов ҡаланың Мәшғүллек үҙәге менән хеҙмәттәшлек  итеү тәжрибәһен юғары баһалай.

-  Эшкә алған барлыҡ кешеләр ҙә үҙҙәрен яҡшы белгес итеп күрһәтте һәм коллективта абруй яуланы. Хеҙмәттәшлек осоронда компанияла түбәндәге эш урындары булдырылды: гипс яндырыусы, әҙер продукция келәте мөдире, персоналға идара итеү белгесе, төрлө эштәрҙе эшләүсе.

2022 йылда инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса субсидияға тағы ғариза яҙҙыҡ һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу йәһәтенән тағы ике инвалид өсөн эш урыны булдырасаҡбыҙ, - ти етәксе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған сараларҙың ыңғай һөҙөмтәһе, һис шикһеҙ, яҡшы һәм ул тәү сиратта илдәге социаль хәлде яҡшыртыуға, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.  

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: