Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2022, 10:30

Йүнселдәргә кредит каникулы бирелә

Ғариза компанияның сайтында электрон тәртиптә тапшырыла.

Йүнселдәргә кредит каникулы бирелә
Йүнселдәргә кредит каникулы бирелә

Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан микрокредит компанияһы 9 марттан ғәмәлдәге заемсыларҙан кредит каникулын рәсмиләштереүгә ғаризалар ҡабул итә башланы. Ошондай ярҙам сараһы күрһәтелә башлаған тәүге аҙнала ғына компанияның эшҡыуар-клиенттарына 30 миллион һумдан ашыу күләмгә кредит каникулы биреү ҡаралған. Микрокредит ойошмаһы бындай ярҙамды Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы күрһәтә.

– Кредит каникулын биреү бурыс йөкләмәһен кәметеүгә һәм республика эшҡыуарҙары алған кредиттарҙың структураһын үҙгәртеүгә йүнәлтелә. Әлеге иҡтисади шарттарҙа ул бизнесҡа дәүләт ярҙамының һөҙөмтәле сараһын тәшкил итә. Коммерция банктарының заемсылары Башҡортостан микрокредит компанияһына мөрәжәғәт итә ала. Уларға “Рефинанс” махсус микрозаймы бирелә. Ул баҙар ставкаһы юғарыраҡ булған кредиттарҙы ҡапларға йәки уларҙы хеҙмәтләндереүгә сығымды кәметергә ярҙам итә, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Башҡортостан микрокредит компанияһы заемсылары кредит каникулынан 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем файҙалана ала. Бының өсөн рәсми документтар менән килемдең кәмеүен раҫларға кәрәк, ә эшҡыуарлыҡ микрозаймы килешеүе 2022 йылдың 1 мартына тиклем төҙөлөргә тейеш. Заемсының кредит каникулына ғаризаһы компания сайтында электрон документтар әйләнеше сервистарының береһе аша электрон тәртиптә тапшырыла. Офисҡа шәхсән килеү талап ителмәй.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/439461/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/236128

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: