Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2022, 14:50

Вәт, башлылар!

БДУ ғалимдары, тик ватан сеймалын файҙаланып, экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама уйлап сығарған. 

Вәт, башлылар!
Вәт, башлылар!

Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты тикшеренеүселәре үҙҙәренең асышын тәҡдим итте – “Агровит – NS“ наноүлсәмле көкөрт нигеҙендә үҙенсәлекле минераль һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ ашлама ул.

Ашлама үҫемлектәргә иртә үҫеп етеүгә булышлыҡ итә һәм уларҙы ауырыуҙарҙан һаҡлай. Уның мөһим өҫтөнлөктәренең береһе – бойҙай һәм башҡа культуралар ашлығында аҡһым миҡдарын арттырыу. Уның һөҙөмтәһендә нитраттарҙы аҡһымлы азотҡа әйләндерәләр һәм теләһә ниндәй ҡый үләндәрен экологик хәүефһеҙ ысул менән юҡ итәләр.

– Аграрийҙарыбыҙ ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе арттырырға, Башҡортостанды ғына түгел, башҡа төбәктәрҙе лә төп аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә әҙер, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Шул уҡ ваҡытта беҙ ғалимдарыбыҙға ҙур ышаныс бағлайбыҙ, уларҙан ауыл хужалығы өлкәһендә сит ил аналогтарын алмаштырыу ғына түгел, ә уларҙы уҙып китергә һәләтле яңы асыштар көтәбеҙ. Башҡорт дәүләт университетында әҙерләнгән “Агровит – NS” ашламаһы беҙҙә ышаныс уята һәм ғалимдарыбыҙ бындай бурыстарҙы хәл итә ала тип раҫларға мөмкинлек бирә.

Бөгөн ауыл хужалығында, төҙөлөштә, ветеринарияла ҡулланылған кальций, магний, барий, стронций, литий, натрий һәм калий полисульфидтары нигеҙендә инновациялы продукттарҙы етештереү тәжрибәһе ойошторолған.

– “Агровит – NS”тың мөһим өҫтөнлөгө – тик ватан сеймалын файҙаланып, инновациялы продукт етештереү, – ти Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин.  Шулай итеп, ғалимдарыбыҙ төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы сиктәрендә агросәнәғәт паркын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Уңышлы баҫыу һынауҙары Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында һәм Төркиәлә үткәрелгән. Проект һөҙөмтәләре “American-Eurasian Journal of Agricultural & Environmental Sciences”, “Известия вузов. Прикладная химия и биотехнология”, “Вестник науки и образования Северо-Запада России” тигән журналдарҙа баҫылып сыҡты.

– Көкөрт нигеҙендәге препарат уңыштың 10-12 процентҡа артыуына килтерә. Үҫеш осоронда препарат менән эшкәрткәндән һуң, бөтә үҫемлектәр өсөн дә үҙгәреү, нескәлек, төҫ үҙгәреү (хлороз), деформация (үле туҡыма, деформация) кеүек фитотоксик эффекттар табылманы, – ти тикшеренеү төркөмө етәксеһе, профессор, техник фәндәр докторы Исмаил Мәсәлимов.

Продукция “АХК АГРО”, “СЕРАПРОМ” сауҙа йорто, “ПКФ”, “АГРОХИМКОНТРАКТ”, “МИРАЛЕК-ФАРМА” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең Рәсәй ойошмаларына, шулай уҡ Болгарияға (“БИО ТОР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) һәм Төркиәгә (“NEW SYSTEMS” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) оҙатылған.

Билдәле булыуынса, был эштәр Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) маҡсаттарына тулыһынса тура килә.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БДУ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: