Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2022, 11:20

Йәштәр ИТ өлкәһендә стажировка үтә

Чемпионат үтеп китте, ә йәштәргә һәләттәрен үҫтереүҙә булышлыҡ күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ.

Йәштәр ИТ өлкәһендә стажировка үтә
Йәштәр ИТ өлкәһендә стажировка үтә

Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, WorldSkills Russia милли хәрәкәтенең 17 ИТ-йүнәлеше буйынса кураторы булған министрлыҡ төбәктең төп компаниялары менән быйыл уларҙа республика колледждары студенттарының стажировкаһын ойоштороу буйынса килешеүгә өлгәште.

– Былтыр августа Башҡортостанда IX “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)” милли чемпионаты финалы үткәйне. Ул саҡта 3D-моделләү, веб-дизайн, CAD инженерлыҡ дизайны, интернет әйберҙәре һәм башҡа ИТ-йүнәлештәр буйынса командалар әҙерләгәйнек. Чемпионат үтеп китте, ә беҙ йәштәргә һәләттәрен үҫтереүҙә булышлыҡ күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) маҡсаттарына өлгәшеү өсөн WorldSkills Russia стандарттарына ярашлы һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләйбеҙ, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Был юлы Хәүефһеҙлек системаларының инженерлыҡ үҙәге, “Газпром нефтехим Салауат”, “Башинформсвязь” элемтә операторы эш биргән тәүге партнерҙар булды, ойошмалар 15 кандидатураны раҫланы һәм улар стажировка үтә башланы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/439509/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/236109

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: