Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март 2022, 09:30

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген хәстәрләп

Һанлы маммография һөт биҙе тураһында аҙ ғына нурланыш тәьҫирендә ҙур күләмдә мәғлүмәт алырға ярҙам итә.

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген хәстәрләп
Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген хәстәрләп

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “ Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһына ярашлы, Баҡалы үҙәк район дауаханаһына  һанлы “Маммо-РПц” рентген-маммограф аппараты алынды. Ул файҙаланыуҙа уңайлы, хәүефһеҙ, һүрәттәре асыҡ һәм юғары сифатлы, радиация нурланышы түбән.

–Яңы ҡорамал диагностиканы сифатлы башҡарырға, пациентты дауалауға иртә тотонорға ярҙам итә, – ти Баҡалы районы дауаханаһының баш табибы Илдар Гәрәев. Яңы ҡорамалда табип-рентгенолог Гүзәл Яппарова, лаборанттар Лилиә Хафизова, Гөлназ Ғабдрафиҡова,  Дина  Дарина, Ильмира Имаева эшләйәсәк.

Яңы маммограф яман шештең тәүге стадияларын асыҡлау һәм теүәл диагностика яһау өсөн хеҙмәт итә. Рентген һүрәттәре юғары сифатлы булыуҙары менән айырыла. Һанлы маммография һөт биҙе тураһында аҙ ғына нурланыш тәьҫирендә ҙур күләмдә мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Тикшереү һөҙөмтәһе шунда уҡ әҙер була, кәрәк булғанда һүрәтте һанлы ҡорамалға яҙҙырып алырға мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: