Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март 2022, 16:15

Быуа буйында эштәр дауам итә

Объектты финанслауҙың дөйөм күләме 80,92 миллион һум тәшкил итә.

Быуа буйында эштәр дауам итә
Быуа буйында эштәр дауам итә

Благовещенда Потеха йылғаһындағы быуаны экологик реабилитациялау буйынса күсмә кәңәшмә үтте. Эш осрашыуы барышында Федераль һыу ресурстары агентлығының Кама бассейны һыу идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, подряд ойошмаһы һәм бөтә ҡыҙыҡһынған структуралар вәкилдәре һыу объектын таҙартыу буйынса эштең артабанғы барышын тикшерҙе.

Республикала “Экология” милли проектының “Һыу объекттарын экологик һауыҡтырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында 2020 йылдан алып ошо объект буйынса эштәр алып барыла. Объектты финанслауҙың дөйөм күләме 80,92 миллион һум тәшкил итә.

– Быуа яры буйында һыу объектына төшкән урындарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә, шәхси сектор янындағы һул ярҙы төҙөкләндереү ҡаралған, – тип билдәләне БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин. – Сараны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 36 меңдән ашыу кеше быуа эргәһендә йәшәү шарттарын яҡшырта аласаҡ. Был эштәрҙе ағымдағы йылдың дүртенсе кварталында тамамларға планлаштырабыҙ.

Шулай уҡ күсмә кәңәшмә барышында һәм 22 мартта билдәләнеүсе Бөтә донъя һыу көнө алдынан Илдар Ғарифуллин һыу хужалығы һәм Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе Александр Михайловтың һыу ресурстарын һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарын һәм ҙур өлөшөн билдәләне.

Александр Михайлов Потеха йылғаһындағы эште тикшереп, һыу объектын таҙартыу буйынса сараларҙың үтәлеше менән танышты, башҡарылған эштәрҙең барышын юғары баһаланы һәм быуаны экологик реабилитациялауҙың һөҙөмтәле алып барылыуын билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быуа баҡыр иретеү заводы ихтыяждары өсөн XVIII быуатта барлыҡҡа килгән. Әле һыу ятҡылығы периметры буйынса шәхси сектор, көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш яғынан арматура заводы урынлашҡан. Һыу ятҡылығының торошо урындағы халыҡта хәүеф тыуҙырған. Йылы миҙгелдә быуа насар еҫ сығара, тип зарланған улар. Белгестәр билдәләүенсә, һыу ятҡылығы ныҡ һаҙланған, сәскә атҡан, үлән баҫҡан. Бөтә акватория буйынса байтаҡ һыу төбө ултырмалары күҙәтелгән.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған.

 

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: