Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март 2022, 16:45

Көрсөккә ҡаршы ярҙам сервисы эшләй башланы

Төп сәхифәлә “Көрсөккә ҡаршы ярҙам” тигән айырым блок асылған.

Көрсөккә ҡаршы ярҙам сервисы эшләй башланы
Көрсөккә ҡаршы ярҙам сервисы эшләй башланы

Республикалағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, INVESTRB.RU порталында быйыл март башында эшләй башлаған бизнесҡа көрсөккә ҡаршы ярҙам сервисы импортты алмаштырыуға бәйле мөрәжәғәттәр тапшырыу өсөн йәнә бер опция менән тулыланды. Сервис эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына тиҙ арала яуап биреү өсөн тәғәйенләнә.

– Төп сәхифәлә “Көрсөккә ҡаршы ярҙам” тигән айырым блок асылған. Хәҙер көрсөккә ҡаршы ярҙамға эйә булыу мәсьәләһе буйынса шылтыратыу һәм ғариза тапшырыуҙан тыш, элегерәк сит илдәрҙән һатып алынған продукция менән тәьмин итеүселәрҙе эҙләү өсөн мәғлүмәт йыйыуға ғариза биреү опцияһы барлыҡҡа килде. Мөрәжәғәттәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшкәртеү – профилле ведомстволарға һәм ойошмаларға йөкмәтелгән төп бурыс, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Бөтә мөрәжәғәттәр шунда уҡ Иҡтисадтағы көрсөккә ҡаршы саралар буйынса проект офисына эләгә.  Республикаға идара итеү үҙәгенән, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙан 30 хеҙмәткәр эшҡыуарҙарҙан мәғлүмәт ҡабул итеүгә һәм эшкәртеүгә йәлеп ителгән.

Эшҡыуарҙар берләшмәһенең ихтыяждарын күҙәтеү Башҡортостан иҡтисадын тотороҡландырыу буйынса ваҡытында сара күрергә һәм ҡулай үҫеш нөктәләрен асыҡларға мөмкинлек бирә. Яңы онлайн-сервистар дәүләт идаралығын һанлаштырыу принциптарының береһен тәшкил итә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын (национальный проект “Цифровая экономика”) тормошҡа ашырыу өсөн мотлаҡ шарттар иҫәбенә инә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/440234/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/236845

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: