Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына, Краснокама районының 2021-2023 йылдарға иҫәпләнгән “Өлкән быуын” муниципаль программаһына ярашлы, пенсионерҙарҙы физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү маҡсатында ошо көндәрҙә Николо-Березовка ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә өлкәндәр араһында атыш буйынса ярыш ойошторолдо. Унда бөтә ауылдарҙан ҡатнаштылар.
Ярыш 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналды. Быйыл V “Һаулыҡ” район физкультура-һауыҡтырыу спартакиадаһы барышында Краснокама районындағы өлкән быуын вәкилдәре араһында 16 спорт төрө буйынса ярыштар планлаштырылған. Әлеге атыш буйынса ярышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Николо-Березовка ауылынан Ольга Тяктева, ир-егеттәр араһында Ҡотло ауылынан 79 йәшлек Федор Саликов беренсе урынды яуланы. Команда иҫәбендә Ҡарый ауыл Советына еткәндәр булманы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/237103
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/237103