Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Март 2022, 11:30

Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының тәҡдиме хупланды

Контейнерҙар Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Күмертау ҡалаларындағы ойошмаларҙа барлыҡҡа киләсәк.

Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының тәҡдиме хупланды
Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының тәҡдиме хупланды

Февралдә Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе тәҡдиме буйынса “Экохәстәр” федераль проекты ситәрендә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы фойеһында ҡағыҙ йыйыу буйынса контейнер ҡуйыла. Һөҙөмтәлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре 145 килограмм ҡағыҙ йыйыуға өлгәшә, ә уны тапшырған аҡса Донбасс балаларына ярҙам фондына йүнәлтеләсәк.

– Беҙ күптән инде ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу эшмәкәрлегенә йәлеп ителгәнбеҙ. Быяла, ҡағыҙ, батарейка, ҡапҡастар, полиэтилен йыябыҙ. Мәҫәлән, былтыр эшкәртеүгә 990 килограмм макулатура оҙаттыҡ. Республикала ошондай ҡарашлы кешеләрҙең һаны көндән-көн артыуы ҡыуандыра. Бөгөн экологик ғәҙәтте балалар баҡсаһынан алып төрлө йәштәрге кешеләр үтәй, – тип билдәләне тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.

– Беҙҙең тәҡдимде республиканың юғары уҡыу йорттары, башҡарма власть органдары, эре предприятиелар күтәреп алды һәм үҙҙәренең майҙандарында ҡабул итеү пункттары ойошторҙо. Алдағы көндәрҙә барлыҡ Өфө мәктәптәрендә ҡағыҙ һәм ҡатырға йыйыу өсөн контейнерҙар менән тәьмин итергә йыйынабыҙ. Ошондай уҡ контейнерҙар Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Күмертау ҡалаларындағы ойошмаларҙа барлыҡҡа киләсәк, – тип уртаҡлашты Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабының рәйестәше Морат Шафиҡов.

Был сара республика халҡының иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу мәсьәләһенә йәлеп итеүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владмимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән комплекслы ҡулланыу системаһы” федераль проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Проект буйынса 2024 йылға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың 12 процентынан күбәрәге эшкәртелергә тейеш.           

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: