Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Йыл экспортсыһы” конкурсына йомғаҡ яһаны.
– “Йыл экспортсыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙарҙы, эштәрҙе, хеҙмәттәрҙе экспортҡа тәҡдим иткән, шулай уҡ интеллектуаль эшмәкәрлектә яҡшы һөҙөмтә күрһәткән эре компаниялар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар араһында уҙғарыла. Баһалама төркөмө ағзалары конкурсанттарҙы бер нисә шарт буйынса һайлап алды – һатылған экспорт тауары күләменең үҫеү тиҙлеге, географияны киңәйтеүе, шулай уҡ сит ил баҙарында таратыу, – тип билдәләне министр Маргарита Болычева.
Баһалама төркөмө хөкөмөнә 24 конкурсант үтә – ете эре эшҡыуарлыҡ компанияһы вәкилдәре, 17 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары.
“Сәнәғәт өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл экспортсыһы” – “Башлессервис” йәмғиәте, ”Ауыл сәнәғәте комплексы өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ араһында йыл экспортсыһы” – Эрдоган Мехмет шәхси предприятиеһы, “Юғары технологиялар өлкәһендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ араһында йыл экпортсыһы” – “Ирида” йәмғиәте, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында алға ынтылыш” – “Басвул сауҙа йорто”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә еңеүсе” – “Башгрупп” йәмғиәте, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта яңы география” номинацияһында “Үлсәү ҡорамалдары заводы” сауҙа йорто” йәмғиәте иң яҡшыһы тип табыла.
“Сәнәғәт өлкәһендә йыл экспортсыһы. Эре эшҡыуарлыҡ” – “Урал пружина заводы” йәмғиәте, “Йыл ынтылышы. Эре эшҡыуарлыҡ” – “Метта” йәмғиәте, “Яңы география. Эре эшҡыуарлыҡ” – “Башспирт” йәмғиәте, “Ауыл сәнәғәте өлкәһендә йыл экспортсыһы. Эре эшҡыуарлыҡ” номиницияһында “Шишмә май экстракциялау заводы” йәмғиәте еңеүгә өлгәшә.
Төбәк етештереүселәре араһында бындай конкурс ойоштороу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм экспорт министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан