Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Март 2022, 12:30

Төбәк һәм мунициапаль-ара юлдар ремонтланасаҡ

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 41 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡта 16 объект норматив хәлгә килтереләсәк.

Төбәк һәм мунициапаль-ара юлдар ремонтланасаҡ
Төбәк һәм мунициапаль-ара юлдар ремонтланасаҡ

Баҡалы районының Иҫке Мата ауылы эргәһендәге Мата йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау дауам итә. Әлеге ваҡытта подрядсылар урау юлды төҙөү менән мәшғүл. Һуңынан иҫке ҡоролманы һүтеүгә һәм яңы тимер-бетон күперҙе төҙөүгә тотонасаҡтар. Уның оҙонлоғо 50 метр, машиналар өсөн юл киңлеге алты метр тәшкил итәсәк.

Ә инде юлдарға килгәндә, 2022 йылда ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлау дауам итәсәк. Һүҙ Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияһына ингән  учаскалар тураһында бара.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 41 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡта 16 объект норматив хәлгә килтереләсәк. Шул иҫәптән Благовещен – Павловка, Өфө – Бөрө – Яңауыл, Өфө – Инйәр – Белорет, Дим – Затон, Стәрлетамаҡ – Раевка һәм башҡа юл участкаларында төҙөлөштәр алып барыласаҡ.

Әлеге мәлдә дәүләт контракттары төҙөлгән. Подряд ойошмалары ремонт эштәренә майҙа тотонасаҡ. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ремонтланасаҡ объекттар исемлеге менән галерея исемлегендә танышырға мөмкин.

Фото: Башҡортостандың юл хужалығы идаралығынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Төбәк һәм мунициапаль-ара юлдар ремонтланасаҡ
Төбәк һәм мунициапаль-ара юлдар ремонтланасаҡ
Төбәк һәм мунициапаль-ара юлдар ремонтланасаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: