Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2022, 16:30

25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

 Йәштәр үҙҙәренең проекттарын булдырыуға һәм үҫтереүгә  грант ярҙамын аласаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүметенең матбуғат хеҙмәте.

25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә
25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

25 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар үҙҙәренең проекттарын булдырыуға һәм үҫтереүгә  грант ярҙамын аласаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүметенең матбуғат хеҙмәте. Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ошо хаҡта ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Грантты шәхси эшҡыуарҙарға ла, шулай уҡ предприятие учредителдәренә лә биреү планлаштырыла.

– Йәштәр үҙ эштәрен булдырыуға һәм үҫтереүгә 100 меңдән 500 мең һумға тиклем, шулай уҡ Арктика төбәгендә эшмәкәрлек алып барғандарға бер миллион һумға тиклем ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Элек социаль проекттар менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың ғына бындай мөмкинлеге булған, – тип билдәләне Михаил Мишустин.

Уның һүҙҙәренсә, хәҙер үҫеү юлындағы күп предприятиеларҙы финанслау мөмкинлегенә юл асыла, етмәһә, төрлө йүнәлештәрҙә. Бының өсөн тейешле сумма бюджетта ҡаралған – 2022 йылда 2,1 миллиард һум.

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ тәҡдимен хуплау” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ингән “Еңел старт һәм эшҡыуарлыҡты уңайлы алып барыу өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты сиктәрендә аҡса бүленә. Ул милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән. Документ тышҡы санкциялар менән баҫым яһаған шарттарҙа Рәсәй иҡтисадын үҫтереүҙе тәьмин итеү буйынса тәү сиратта күрелгән саралар планы сиктәрендә әҙерләнгән.

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: