Республикалағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ауыл хужалығы министрлығы, “Рассвет” ауыл хужалығы предприятиеһы һәм Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы һанлы үҙгәрештәр өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Мәғлүм булыуынса, һанлы стандарттарҙы ғәмәлгә индереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү шулай уҡ Калинин исемендәге аграр предприятие, “А7 АГРО-БР”, “Стар Нафта” йәмғиәттәре, “Ленин” тоҡомсолоҡ заводы, “Восход-СТ” агропредприятиеһы, Ш.М. Хәбибрахмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы менән төҙөлгәйне.
– Килешеү яҡтарының берлектәге эшмәкәрлегенең маҡсаты – предприятиеларҙа һанлы производство моделен ғәмәлгә индереү. Шулай уҡ һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн федераль бюджеттан аҡса йәлеп итергә әҙербеҙ, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Яҡтарҙың үҙ-ара эшмәкәрлеге ауыл хужалығы предприятиеларына һанлы үҙгәрештәр стратегияһын әҙерләүҙә һәм ғәмәлгә индереүҙә комплекслы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Бындай хеҙмәттәшлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика”) “Һанлы технологиялар” программаһына ярашлы дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам сараларында ҡатнашырға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/237460