Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2022, 14:30

Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән

Быйыл төҙөкләндереүгә 1,26 миллиард һум бүленгән.

Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән
Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, республиканың 63 муниципаль берәмегендә 122 биләмәне төҙөкләндереү һәм Бәләбәй, Бөрө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Межгорье ҡалаларында 2021 йылғы бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан алты проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана. Дөйөм алғанда, быйыл төҙөкләндереүгә 1,26 миллиард һум бүленгән.

Мәҫәлән, 2021 йылда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында Ленин урамынан район Мәҙәниәт йортона тиклемге үҙәк майҙан төҙөкләндерелде. Һөҙөмтәлә ауылдың уртаһында күркәм “Йәштәр аллеяһы” барлыҡҡа килде. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн урам сәғәте, 20 эскәмйә, күләгәле япмалар, ҙур фигуралы шахмат таҡтаһы ҡуйылған. Быйыл объектта эш дауам итә. Уны 1 октябргә тамамлау күҙаллана.

Этаплап төҙөкләндерелгән йәнә бер объект – Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Мушников урамы менән Йылыкүл эргәһендәге биләмә. Проектты 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыу ҡарала. Өс йыл эсендә бында уникаль объект барлыҡҡа киләсәк, ул вело һәм йүгереү юлдарын, ишкәкле каналды үҙ эсенә аласаҡ.

– Республикала уңайлыҡтар булдырыуҙы, парктарҙы, скверҙарҙы тәртипкә килтереүҙе дауам итәбеҙ. Муниципаль берәмектәрҙә яр буйҙарын төҙөкләндереү буйынса яҡшы проекттар бар, уларҙы быйыл тормошҡа ашырабыҙ. 15 апрелдән 30 майға тиклем беҙҙә 2023 йылға төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса тауыш биреү ойошторола, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников.

Мәғлүм булыуынса, граждандарға йәшәү өсөн уңайлыҡтарҙы арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектының төп бурыстары иҫәбенә инә. Әйткәндәй, һуңғы өс йылда Башҡортостанда 434 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/237811

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: