Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йәш йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәрен барлауҙа ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырыусы йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта ла эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, улар оҙайлы ваҡытта кредит каникулдары юллай аласаҡ.
Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов ҡатнашлығында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралған. Уларҙың береһен шәхси эшҡыуар Екатерина Мортазина тәҡдим иткән. Ул балалар һәм ололар өсөн кейем производствоһы төҙөгән һәм уларҙы электрон маркетплейста 1212kids бренды аҫтында һатыуға сығара. Эшҡыуар кейем тегеүгә заказдар ала, һатыусыларға интернет-магазин баҙарына сығырға ярҙам итә. Эшҡыуар был юлы кейем тегеү өсөн персонал туплауға, атап әйткәндә тегенселәр, бесеүселәр һәм конструкторҙар әҙерләүҙә ярҙам һорай.
Икенсе проект менән Рәмил Баҡыев автосервис төҙөүҙе тәҡдим итә. Үҙ эшен асыу өсөн йәш эшҡыуар адреслы социаль ярҙам алыуға ирешкән. Артабан эшен алып китеү өсөн уға хәҙер яраҡлы бина талап ителә.
Ике проект буйынса ла сығыш яһаусыларға артабан эштәрен дауам итергә ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйылды.
Шулай уҡ Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов аҙна һайын үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелә.
Үткән аҙнала Хәйбулла районы хакимиәтендә уҙған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағы ултырышында йәш эшҡыуар Азамат Аблаевтың проекты ҡаралды, ул Бүребай ауылында ике мең тауыҡҡа иҫәпләнгән заманса һәм экологик ҡошсолоҡ мини-фермаһын асырға планлаштыра.
Проект бөтә коммуникациялар менән тәьмин ителгән ҡошсолоҡ фермаһын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Ул һәр ҡоштан йылына 250-300 йомортҡа килтерәсәк. Эшҡыуар әйтеүенсә, проектты бойомға ашырыу производствоны киңәйткәндә дүрт һәм унан күберәк эш урыны булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Бөгөнгө көнгә Азамат Булат улы «Регион Минерал Инвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (ойоштороусыһы - Өмөтбаев Илшат Шәфҡәт улы). Был ойошма «Столовая» йәмғиәтенә хужа, уның заказсыһы - «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте. Продукцияның был төрөнә һорау ҙур булыуы һәм эшҡыуарҙы ҡошсолоҡ фермаһын ойоштороуға этәргес бирә. Урында етештерелгән продукцияны райондың башҡа ауылдары халҡы ла һатып ала аласаҡ.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"дә ҡатнашыусыға ошо инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин белдереүенсә, йәш эшҡыуарҙарға үҙҙәренең проекттарын артабан үҫтереүгә грант ярҙамы аласаҡ.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)