Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ҡатнашыусылары араһында остазлыҡтың иң яҡшы тәжрибәһе” конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башланы. Документтарҙы 10 июнгә тиклем тапшырыр кәрәк. Еңеүселәр һәм финалсылар Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителәсәк.
“Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының (Национальный проект "Производительность труда") “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса системалы саралар” федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла, беҙҙең республика унда 2019 йылдан алып ҡатнаша.
Бөгөн 81 предприятие һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланыу буйынса эксперттар ярҙамын алып, үҙҙәренең өлгөләрен ҡулайлаштырҙы, матди юғалтыуҙарҙы кәметеп, продукцияны етештереү процесын тиҙләтте, үҙҡиммәтте түбәнәйтеп финанс күрһәткестәрен яҡшыртты”, - ти БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Министр билдәләүенсә, милли проект кадрҙар потенциалын үҫтереүгә, хеҙмәткәрҙәрҙең уникаль компетенцияһын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, ошо йүнәлештә персонал менән эшләүҙең уңышлы тәжрибәһен таратыуға йүнәлтелгән. Конкурс барышында остазлыҡтың уңышлы тәжрибәһен асыҡлап, һайлап алып, уны төбәк һәм федераль кимәлдә популярлаштырыу һәм ҡулланыу зарур.
Конкурстың маҡсаты – хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә остазлыҡтың алдынғы тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу, остазлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән остаздарҙы дәртләндереү, шулай уҡ төбәктә остазлыҡтың һөҙөмтәле тәжрибәһен таратыу.
Конкурс “Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә осталыҡ” номинацияһында үткәрелә. Остазлыҡ, белем, тәжрибә, оҫталыҡ менән уртаҡлашыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы булараҡ, кешенең ҡеүәтен аса, хеҙмәткәрҙең шәхси һөҙөмтәлелеген арттырыуға йоғонто яһай. Остазлыҡ аша хеҙмәткәрҙән талап ителгән тәртип моделе барлыҡҡа килә, уның һөҙөмтәһе булып компания ҡиммәттәре тәүге урынға ҡуйылған корпоратив мәҙәниәт формалаша.
Конкурс тураһында тулы мәғлүмәтте БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан алырға була.
2021 йылда республика хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проектты тормошҡа ашырыу планы күрһәткестәрен 40 процентҡа арттырып үтәгән. 2,1 меңдән ашыу белгес һаҡсыл етештереү нигеҙен өйрәнгән. Республика предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге уртаса 23 процентҡа артҡан. Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге ярҙамында предприятиеларҙа һаҡсыл етештереү алымдары уңышлы ҡулланыла.
Бөгөнгө көнгә республиканың 130 предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ҡатнашыусыһы булып иҫәпләнә.
Белешмә өсөн:
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы “май” указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға тиклем йыл һайын илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа арттырып барыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Фото: ufa.bezformata.com
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан