

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөләге 21-се дауаханаға яңы компьютер томографы алынды. Ҡан тамырҙары үҙәген проектлағанда был ҡорамалды урынлаштырыу планлаштырылған булған.
Ҡорамал 79 600 000 һум тора. Нур диагностикаһы бүлексәһе мөдире Гөлнара Садиҡова шатлығын йәшермәй. Ул яңы ҡорамалдың үҙенсәлектәрен юғары баһалай.
–128 киҫелешле өр-яңы компьютер томографы тикшереүҙәр сифатын яҡшыртасаҡ һәм күберәк пациенттарҙы үткәрергә ярҙам итәсәк,– ти табип.
Тикшереүҙе юғары тиҙлектә үткәреү пациентҡа нурланыш дозаһын кәметергә, һүрәттәрҙең диагностик сифатын яҡшыртырға булышасаҡ. Аппарат тын алыуы ауырлашҡан, тыны ҡыҫылған сирлеләрҙе тикшереү мөмкинлеген арттыра, шуға күрә һүрәттәр сифаты бер кимәлгә яҡшыраҡ, тип һөйөнә белгестәр.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.