Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Март 2022, 16:30

Уҡытыусылар белемен камиллаштырҙы

Курс программаһы заманса технологияларҙы уҡытыу һәм тәрбиә процесына индереүҙе күҙ уңында тота.

Уҡытыусылар белемен камиллаштырҙы
Уҡытыусылар белемен камиллаштырҙы

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Киләсәк уҡытыусыһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын даими арттырыу үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә Ағиҙел ҡалаһының 14 уҡытыусыһы “Хәҙерге заман уҡытыусыһы мәктәбе” программаһы буйынса белемде камиллаштырыу курстарын үтте.

Курс программаһы заманса технологияларҙы үҙләштереүҙе, уларҙы уҡытыу һәм тәрбиә процесына индереүҙе, уҡыусыларҙы тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Уҡытыусылар әйтеүенсә, бындай курстар педагогтың шәхес булараҡ үҫешенә, белем биреү процесын яңыса ойоштороуға, инновациялы алымдарҙы файҙаланыуға этәргес бирә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/238478

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/238478

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: