Шәхси эшҡыуар Дамир Ғизәтуллин үҙенең эшмәкәрлеген 2000 йылда башлай. “Пионер урамындағы техүҙә”ген ул 2005 йылда аса. Автосервис урындағы халыҡта ғына түгел, күрше ауылдарҙа ла ҙур танылыу яулай.
Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тырыш йүнсел өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмайынса, производствоһын үҫтереүҙе дауам итә, “Йома” ресторанын, “Билайн” магазинын, йыһаз салонын төҙөй һәм ҡуртымға бирә. Бынан тыш, эшмәкәрлектең яңы төрҙәрен дә үҙләштерә. Проект-смета документацияһын төҙөй, биналарҙы, ҡоролмаларҙы һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен капиталь ремонтлау, тышҡы һәм эске газ үткәргес селтәрҙәрен төҙөү менән шөғөлләнә. Ғизәтуллиндың етәкселегендә 17 хеҙмәткәр эшләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, шәхси эшҡыуарға бер нисә тапҡыр финанс ярҙамы күрһәтелгән. Был аҡсаға ул эш өсөн бик кәрәкле автотранспорт һатып алған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter/news
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/238452