“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Ҡариҙел районында бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Әмин һәм Подлуб ауылдарында яңы медицина учреждениеларының сафҡа инеүе унда йәшәүсе халыҡтың тормош сифатын яҡшыртасаҡ. “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты пункттарҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ. Элекке иҫке ағас биналарҙа бер ниндәй коммуникация ла булмаған. Хәҙер улар заманса уңайлы шартарҙа Әмин, Подлуб һәм Базилевка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:ГТРК Башкортостан