

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә сәнәғәт баҡсаһын ойоштроу проекты ҡаралды.
Проекттың инициаторы үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырыу планы менән уртаҡлашты. Ул Краснокамалағы һәм башҡа күрше райондарҙағы социаль учреждениеларҙы үҙенең сеймалынан – алманан, грушанан, һырғанаҡтан, ҡара миләштән яһалған экологик яҡтан таҙа эсемлектәр, компоттар менән тәьмин итмәксе. Бының өсөн 200 гектарға яҡын ер кәрәк. Ниәт барып сыҡһа, 2022 – 2027 йылдарға иҫәпләнгән проектҡа өс миллион һум инвестиция йүнәлтелеп, биш эш урыны булдырыласаҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыға проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаларын бүлеү тәртибе, “Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү” муниципаль программаһында ҡаралған ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бирҙеләр, конкурста ҡатнашыу һәм ғариза тапшырыу ваҡыты тураһында ентекле һөйләнеләр.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: krasnokama.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)