Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2022, 17:15

Сифатлы реклама уңышҡа илтә

Светлана Насирова үҙенсәлекле эшмәкәрлек төрө менән 2020 йылдан шөғөлләнә.

Сифатлы реклама уңышҡа илтә
Сифатлы реклама уңышҡа илтә

Сибай ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, шәхси эшҡыуар Светлана Сергеевна Насирова үҙенең эшмәкәрлеген 2020 йылдың октябрендә башлаған. Сифатлы һәм юғары технологик реклама роликтары, мәғлүмәт сюжеттары әҙерләү буйынса хеҙмәт күрһәтеү, рекламаның иң һөҙөмтәле ысулы булған телевидение майҙансыҡтарында прокатҡа сығарыу уның эшмәкәрлек йүнәлешен тәшкил итә. Светлана Сергеевнаның фекеренсә, сифатлы реклама видеояҙмаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тауарҙың (фирманың) сағыу образын тыуҙырырға, уның үҙенсәлектәрен айырып күрһәтергә мөмкинлек бирә. Йүнсел үҙенең һөнәри реклама яҙмаһында ҡулланған алымдары һатып алыусыға сюжетты аңларға, ихтыяж тыуҙырырға ярҙам итә, рекламаланған тауарҙы һатып алыу теләген тыуҙыра.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендәге “Сибай ҡалаһы ҡала округында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, шәхси эшҡыуарға финанс ярҙамы күрһәтелгән. Бүленгән аҡсаға ул ойоштороу техникаһы, программа тәьминәте, ҡорамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алған.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sibay.bashkortostan.ru/presscenter

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: