Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2022, 11:30

Яңауыл үҫә, матурлана, яңыра!

“Бәләкәй ҡала мәҙәниәте” проектын артабан тормошҡа ашырыу өсөн Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға йәнә ғариза бирәбеҙ”, - тине Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов. 

Яңауыл үҫә, матурлана, яңыра!
Яңауыл үҫә, матурлана, яңыра!

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлеше булып ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу тора.  Һуңғы йылдарҙа Яңауыл ҡалаһында яңы биҫтәләр әүҙем үҫешә, тарихи кварталдар үҙгәрә. Төҙөкләндереү биләмәләрен һайлауҙа район халҡы әүҙем ҡатнаша.

2021 йылда “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү проекты тамамланды. Ул 2020 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яулағайны. Бөгөн шыршы һәм вокзал яны майҙандары, сауҙа урамы биләмәләре ҡаланың визит карточкаһына әүерелде.

Уға ҡуйыусы проект – “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы менән Яңауыл станцияһында йөҙ метрлыҡ йәйәүлеләр күпере төҙөү. Күпер заманса стандарттарҙы һәм талаптарҙы иҫәпкә алып проектланған. Проект буйынса эштәр быйыл апрелдә тамамланырға тейеш.

 “Беҙ ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу өҫтөндә уңышлы эшләнек. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе 2022 йылда ла дауам итәсәкбеҙ. “Ҡала мөхите” федераль программаһы сиктәрендә 14 миллион һумдан ашыу суммаға Балалар сәнғәт мәктәбе, үҙәк китапхана эргәһендәге биләмәләр үҙгәртеп ҡороласаҡ. Бынан тыш, “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте” проектын артабан тормошҡа ашырыу өсөн йәнә бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр араһында Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирәбеҙ”, - тине Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

 Проектлаусыларҙың уйынса, “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте” проекты бер нисә мәҙәни, белем биреү һәм спорт учреждениеһы биләмәләрен: музейҙы, биләмә-ара мәҙәни-ял итеү үҙәген, китапхананы, балалар сәнғәт мәктәбен, "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексын, 1-се һәм 4-се мәктәптәрҙе, шулай уҡ ҡала паркының төп майҙанын һәм бер өлөшөн берләштерә.

Һайланған биләмә – ҡала һәм район халҡының үҙ-ара эш итеү урыны. Яңауыл үҙәген яңыртыу ҡала киңлектәренә яңы күренеш бирә, халыҡтың ял сифатын күтәрә, әүҙем йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса.  

Әлеге ише проекттар һәм башланғыстар – ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың иң һөҙөмтәле алымы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: uzen-rb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: