Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2022, 14:30

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына иғтибар арта

2022 йылда Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһын һәм Баймаҡта балалар поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына иғтибар  арта
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына иғтибар арта

Республикала “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларын тормошҡа ашырыу уңышлы бара. Медицина учреждениеларын табиптар һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Башлығы указындағы күрһәткестең ваҡытынан алда  үтәлеүе тураһында Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай ултырышында Хөкүмәт Премьер- министры Андрей Назаров белдерҙе.

Былтыр халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 19 төҙөлөш майҙанында эш барҙы, ике объект проектланды. Дауаханалар һәм поликлиникалар төрлө ҡорамалдар, медицина изделиелары алды, барлығы –2,6 мең берәмек тирәһе. Быйыл тағы ла 1,5 меңдән ашыу ҡорамал, 85 автомобиль һатып алынасаҡ.

2022 йылда Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһын һәм Баймаҡта балалар поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Шулай уҡ Бөрө ҡалаһындағы поликлиниканы, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пунктын  һәм ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһын төҙөүҙе тамамлау бурысы тора.  Быйыл аҙ халыҡ йәшәгән тораҡтарҙа тиҙ төҙөлә торған  44  модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: