Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2022, 10:30

Кәмендә 15 үҙәк асыу ҡарала

Предприятиелар Рационализаторлыҡ нөктәләре һәм Hi-Tech ҡайнау нөктәләре асыуға ғариза тапшыра ала.

Кәмендә 15 үҙәк асыу ҡарала
Кәмендә 15 үҙәк асыу ҡарала

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан республика предприятиелары Рационализаторлыҡ нөктәләре һәм Hi-Tech ҡайнау нөктәләре асыуға ғариза тапшыра ала.

28 марттан Рәсәйҙең Ворлдскиллс агентлығы Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә корпоратив үҙәктәр ойоштороуға ғариза ҡабул итә башланы. Был үҙәктәр компанияның эшен яҡшыртыу юлдарын табыу маҡсатында предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселәре бергә йыйылып эш иткән киңлекте тәшкил итә. Майҙансыҡтар эшселәрҙе рационализаторлыҡ, уйлап табыуҙар һәм инновациялар аша өр-яңы етештереү мәҙәниәтенә күпләп йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.

– Башҡортостан предприятиелары өсөн был – дәүләт ярҙамы нигеҙендә үҙҙәренең етештереү күрһәткестәрен яҡшыртып, коллективтағы шарттарҙы яңы кимәлгә сығарыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Етәкселек хеҙмәткәрҙәр менән берлектә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, продукция сығарыуға сарыфланған ваҡытты ҡыҫҡартыу йәһәтенән яңы инновациялы ҡарарҙар таба ала, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Быйыл рационализация буйынса кәмендә 15 корпоратив үҙәк асыу күҙаллана. Шарттар менән https://leader-id.ru/events/280610 һылтанмаһы буйынса танышырға була.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: