welcomecup.ru сайтында ҡунаҡсыллыҡ конкурсының өсөнсө миҙгелендә ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды. Унда ҡатнашыуға туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһе практиктарын һәм профилле белем алыусы студенттарҙы саҡыралар. Конкурс белгестәрҙең компетенцияларын һәм сервис стандарттарын күтәреүгә, перспективалы кадрҙарҙы асыҡлауға һәм туристик тармаҡтың кадрҙар потенциалын булдырыуға йүнәлтелгән. Конкурс барышында ҡатнашыусылар эшлекле һәм профессиональ компетенцияларына комплекслы баһа аласаҡ.
–Туриндустрияла эшләгәндәр өсөн бындай саралар бик мөһим. Хәҙерге шарттарҙа беҙ эске туризмды үҫтерергә, бөтә ерҙә лә үҙебеҙ хаҡында белдерергә тейешбеҙ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең туроператорҙар һәм экскурсоводтар үҙҙәрен был бәйгелә һәр ваҡыт әүҙем күрһәтә һәм бер ҡасан да наградаларһыҙ ҡайтмай, - тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Конкурсты “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ойоштора. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.
2020-2021 йылдар йомғаҡтары буйынса конкурста Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 50 меңдән ашыу белгес ҡатнашып, 139 кеше еңеүсе булған. Еңеүселәр проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар, остазлыҡ программаһында ҡатнашыуға хоҡуҡ, махсус белем биреү программаһы буйынса уҡыуға һәм башҡа приздарға лайыҡ булды.
2020 йылдың октябрендә тамамланған конкурстың беренсе миҙгелендә Башҡортостандан финалға үткән туғыҙ ярымфиналсы сығыш яһаған. Ете Кеше компетенциялар буйынса конкурста ҡатнашҡан, икәүһе проекттары менән таныштырған. 2021 йылда, бөтә Рәсәй конкурсының икенсе миҙгеле йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандан дүрт ҡатнашыусы еңеүселәр иҫәбенә инде, тағы ла бер проектты эксперттарҙан махсус бүләк менән билдәләнеләр.
Конкурстың ваҡыты, уҙғарыу тәртибе, унда ҡатнашыусыларға ҡуйылған талаптар менән конкурстың рәсми сайтында: https://welcomecup.rsv.ru/ танышырға, шулай уҡ ҡатнашыуға ғариза бирергә мөмкин.
Билдәле булыуынса, "Мәғариф" милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: abzelil.com