Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2022, 08:30

Республика ғалимдары яңы ҡағиҙәләр буйынса гранттар аласаҡ

Рәсәй Хөкүмәте "Фән" милли проекты сиктәрендә донъя кимәлендәге ғилми үҙәктәр ойоштороуға һәм үҫтереүгә гранттар биреү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе. 

Евразия умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, үҙгәрештәр гранттар, конкурс уҙғарыу тураһында иғландар, шулай уҡ конкурс һөҙөмтәләре хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыу процедураларына ҡағыла.

Хәҙер киләһе финанс йылына финанслауҙы үҙәкте ойоштороу һәм үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу, алдағы финанс йылына грант биреү һөҙөмтәләре тураһында йыллыҡ отчеттарҙы раҫлағанға тиклем алырға мөмкин. Йәғни, үҙәк эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында яҡынса мәғлүмәт тә етерлек буласаҡ.

Бынан тыш, грант алыусыларҙың үҙ аҡсаларын файҙаланыу, һуңынан грант иҫәбенә сығымдарҙы ҡаплау мөмкинлеге бар.

Үҙгәрештәр менән тулыраҡ РФ Хөкүмәтенең 16.03.2022-се "Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡайһы бер акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 386-сы ҡарарында танышырға мөмкин.

Бындай башланғыстар, йәғни ғалимдарға тәғәйен гранттар алыу процесын ябайлаштырыу ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проектын (национальный проект “Наука”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе лә булып тора.

Фото: oktyabrmiyaki.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: