Милли проекттар
31 Март 2022, 13:00

Йәшәүгә табан 10 мең аҙым яһарға саҡыралар

3 апрелдә Красный Холм ауылында ҙур сара була.

Йәшәүгә табан 10 мең аҙым яһарға саҡыраларЙәшәүгә табан 10 мең аҙым яһарға саҡыралар
Йәшәүгә табан 10 мең аҙым яһарға саҡыралар

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 3 апрелдә Красный Холм ауылындағы Еңеү паркында Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған “Йәшәүгә табан 10 мең аҙым” бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Ул – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы уҙғарылған сараларҙың береһе. Проект сәләмәт тормошто танытыуға, халыҡтың һаулығына һәм эшкә һәләтенә ыңғай йоғонто яһаған күнекмәләрҙе үҫтереүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм ғүмерҙе оҙайтыуға йүнәлтелә.

– “10 000 аҙым” сәләмәтлек маршруты кешенең физик әүҙемлеген тәьмин итеү маҡсатында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә нигеҙләнә. Акцияла йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Сараға теләгәндәрҙең барыһын да саҡырабыҙ, – тине Ҡалтасы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Рүзил Әхмәтов.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/239968

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/239968

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас