Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2022, 10:30

Аҙыҡ-түлек экспорты артабан да үҫтереләсәк

Башҡортостанда ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тауарҙарын экспортҡа сығарыу буйынса планды ике тапҡырға арттырып үтәгән.

Аҙыҡ-түлек экспорты артабан да үҫтереләсәк
Аҙыҡ-түлек экспорты артабан да үҫтереләсәк

Былтыр Башҡортостанда экспортҡа сығарылған ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тауарҙары ағымдағы хаҡтар менән 323,8 миллион доллар тәшкил иткән. Был мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Федераль ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы тауарҙары экспортын үҫтереү үҙәге килтерә. Шулай итеп, республиканың ауыл эшсәндәре планды арттырып үтәгән, ул 167 миллион доллар булған. 2020 йыл хаҡтары менән сығаштырғанда, был күрһәткес кәмерәк булһа ла, ул планды ҡаплай – 184,6 миллион доллар.  

– Әгәр өс йыл элек республика сит илгә сеймал сығарһа, мәҫәлән, иген культураларын, 2021 йылда төп баҫым юғары килемле тауарға күсә. Ауыл хужалығы тауарҙары экспорты үҫеше тәү сиратта майлы культуралар тармағын һәм эшкәртеү сәнәғәтен арттырыуға, шулай уҡ иген, һөт һәм ит тауарҙарын тейәүҙе арттырыуға бәйле. Бөгөн беҙ республика мәнфәғәте өсөн сеймалды һәм аҙыҡ-түлекте етештереүҙе арттырырға тейешбеҙ. Әммә экспортты ла мотлаҡ үҫтерәсәкбеҙ. Мәҫәлән, төбәк көнбағыш майын халыҡ ихтыяжынан ете тапҡыр күберәк етештерә. Әлбиттә, был һәм башҡа йүнәлештәр экспортҡа эшләүен дауам итәсәк, – ти Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперция и экспорт”) сиктәрендә “Башҡортостанда ауыл сәнәғәте комплексы тауары экспорты” төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.

– Рәсәйгә ҡаршы санкциялар булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн Башҡортостандың сит илдәр менән халыҡ-ара сауҙаһы үҫешә, – ти Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Башҡортостандың Рәсәй менән дуҫ булған Ҡытай, Беларусь, Ҡаҙағстан кеүек дәүләттәр менән тауар әйләнеше юғары. Республика 2016 йылдан сит илдәр баҙарын әүҙем яулай, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе менән хеҙмәттәшлекте йылдам үҫтерә. Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Беларуста вәкиллектәр эшләй, майҙа Үзбәкстанда вәкиллек асыласаҡ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән дә сауҙа бәйләнештәре нығына.

Башҡортостан Республикаһының экспортҡа сығарған төп тауарҙары – көнбағыш майы, иген, төпрә, шәкәр. Беҙҙең ауыл хужалығы тауарҙарының төп өлөшө Төркиәгә, Ҡаҙағстанға һәм Ҡытайға оҙатыла. 2021 йылда майлы культуралар тармағы тауары – 231,24 миллион доллар, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тауары – 24,02 миллион доллар, иген – 21,47 миллион доллар, ит һәм һөт ризыҡтары – 7,44 миллион доллар, башҡа аҙыҡ-түлек сауҙаһы күләме 44,58 миллион доллар тәшкил иткән.

Бөгөнгө шарттарҙа яңы баҙар менән бәйләнештәрҙе үҫтереү, яңы уҙаҡташтарҙы эҙләү, яңы бәйләнештәр сылбырын булдырыу мөһим, тип билдәләне “Агроэкспорт” федераль тармаҡ үҫтереү идаралығы начальнигы Виталий Нагалин.

 Рәмилә Мусина фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: