Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель , 13:30

Ашҡаҙар буйы төҙөкләнә

Был биләмәлә ҡала өсөн мөһим булған 46 объект урынлашҡан.

Ашҡаҙар буйы төҙөкләнә
Ашҡаҙар буйы төҙөкләнә

Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡтың “Тоҙло пристань” проекты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.

Проект Ашҡаҙар йылғаһы буйын, ”Салауат” кинотеатры янындағы майҙанды һәм Киров исемендәге паркты төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Был биләмәлә ҡала өсөн мөһим булған 46 объект урынлашҡан.

Яр буйында күҙәтеү майҙансығы, йөҙөп барған пристань, баҫҡыс-амфитеатр, ял итеү зонаһы, кафе, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыла, пляж һәм туҡталҡа төҙөлә. Ошо тирәләге убаларға аҡ ҡырсынташ һибелә. Яр буйы менән тарихи үҙәкте тоташтырған Хоҙайбирҙин урамында ла йәйәүлеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыла. Бынан тыш, велосипед юлы һалыу ҙа ҡарала.

Былтыр конкурста Башҡортостандың алты ҡалаһы еңеп сыҡты. Улар бөтәһе бергә биләмәләрен төҙөкләндереүгә 440 миллион һум ала.

Мәғлүм булыуынса, эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект "Жилье и городская среда") милли проектына ярашлы бара.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/442415/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/240761

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в