Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2022, 12:30

Биш ауылдың эргәһендә юлдар яҡтыртылды

Әлеге ваҡытта Булгаков – Стәрлетамаҡ участкаһында ҡорамалдарҙы электр селтәренә технологик тоташтырыу буйынса эштәр алып барыла.

Биш ауылдың эргәһендә юлдар яҡтыртылды
Биш ауылдың эргәһендә юлдар яҡтыртылды

Башҡортостанда Р-210 трассаһының биш ауыл эргәһенән үткән участкаларын яҡтыртыу линияларына тоташтырҙылар. Уларҙың оҙонлоғо 11 саҡрым тәшкил итә. Рәсәй федераль юл агентлығына ҡараған “Приуралье” юл идаралығы ошондай сара ярҙамында водителдәрҙең генә түгел, шулай уҡ йәйәүлеләрҙең дә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кимәлен үҫтерергә тырыша.

Атап әйткәндә, һүҙ Мәләүез һәм Көйөргәҙе райондары ауылдары – Ергән, Ольховка, Асҡар, Иҫке Мораптал һәм Яңы Мораптал ауылдары, шулай уҡ Мәләүез ҡалаһын урап үткән 205 – 206 саҡрымдағы юл участкаһы тураһында бара.

2021 йылдың аҙағында ошо трассаның өс участкаһында яҡтылыҡты тоташтырҙылар – Наумовка һәм Ергән, Мәләүез ҡалаһын урап үткән юлдың икенсе өлөшөндә (213 – 214 саҡрымда).

Бөгөн Р-240 трассаһының Башҡортостандағы яҡтыртылған участкаларының оҙонлоғо 27 саҡрым тәшкил итә. 2022 йылдың аҙағына ул 113 саҡрымға тиклем артасаҡ – әлеге ваҡытта Булгаков – Стәрлетамаҡ участкаһында ҡорамалдарҙы электр селтәренә технологик тоташтырыу буйынса эш алып барыла.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын (национальный проект ”Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Приуралье” юл идаралығы.

 #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: