Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2022, 09:30

Кеше һәм тәбиғәт – мәңгелек тема

Уҡыусылар экология фәне, тәбиғәт донъяһы тураһында белем тупланы.

Кеше һәм тәбиғәт – мәңгелек тема
Кеше һәм тәбиғәт – мәңгелек тема

Ҡалтасы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡалтасы ауылындағы балалар модель китапханаһында Экология көнө үтте. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” төбәк проектына ярашлы ойошторолдо. Проект йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеүгә, балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыҡлауға, үҫтереүгә, тәбиғәткә  һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә йүнәлтелә.

Кеше һәм тәбиғәт – мәңгелек һәм көнүҙәк тема. Беҙҙең көндәрҙә ул айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Балаларға экологик тәрбиә биреү тирә-яҡ мөхиткә гуманлы ҡараш булдырыуҙы, тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеүҙе, уны һаҡлау теләген уятыуҙы күҙ уңында тота. Был йәһәттән балаға остаз кәрәк. Ҡалтасылағы балалар модель китапханаһы китапханасыһы Вера Пашкина тап ошондай белгес булып тора.

“Уҡыусылар экология фәне, тәбиғәт донъяһы тураһында белем тупланы, тәбиғәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән танышты. Балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә һөйөү, яуаплылыҡ тәрбиләү бик мөһим”, - тине Вера Валикаевна.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/240274

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/240274

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: