Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель 2022, 12:00

Ил ҡеүәте — икмәктә

Яңы бешкән икмәкте эшҡыуар күрше ауылдарға ла ташырға әҙер.

Ил ҡеүәте — икмәктә
Ил ҡеүәте — икмәктә

Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев үткәргән "Эшҡыуар сәғәте"ндә Туҡтағол ауылында икмәк комбинаты асыу буйынса бизнес-план тикшерелде.

Ысынлап та, бөгөн ғаилә икмәкханалары күбәйә. Икмәк етештереүгә лә айырым иғтибар бүленә. Ҡулланыусылар яғынан экологик яҡтан таҙа, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә ихтыяждың артыуы осраҡлы түгел.

Флүс Шәйехлисламов мини-икмәкхана асыу проектын тәҡдим итте. Ауыл халҡын яңы бешерелгән ризыҡ менән тәьмин итергә ниәтләй, артабан, ваҡыт үтеү менән, күрше тораҡ пункттарында йәшәгәндәргә лә тауарын тәҡдим итмәксе.

"Ауылда икмәкхана булдырыу иҫ киткес шәп булыр ине, тимәк, халыҡ көн һайын яңы икмәк-бәлештәр изделиелары һатып ала аласаҡ. Әле район үҙәгенән Туҡтағолға икмәк продукцияһы аҙнаһына бер нисә тапҡыр килтерелә", — ти Флүс Шәрхимуллин улы.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү муниципаль программаһына ярашлы үҙ эшеңде ойошторғанда дәүләт ярҙамы алыу һәр яҡлап отошло. Грант алыусы һатып алынған ҡорамалдарға киткән сығымдарҙың 50 процентҡа тиклемен ҡаплай ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, муниципаль программа районда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) проекты эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләй.

Фото: Баҡалы районы хакимиәте сайты.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: