Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель 2022, 11:00

Йыл әйләнәһенә йәшелсә менән тәьмин итә

Стәрлетамаҡ районында үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирәләр.

Йыл әйләнәһенә йәшелсә менән тәьмин итә
Йыл әйләнәһенә йәшелсә менән тәьмин итә

Йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында өҫтәлдә яңы өҙөлгән ҡыяр һәм помидор тора — был Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы ауылында урынлашҡан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Зинур Вәлиевтең хеҙмәте. Стәрлетамаҡ районында ғына түгел, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ла бында етештерелгән продукцияның сифатын баһалап, көтөп торалар.

Зиннур Вәлиев 2001 йылдан йәшелсә үҫтерә. Быйылғы уңыш хужаны ҡыуандыра.

Зиннур Мөхтәр улы әйтеүенсә, быйыл иҫке теплицаларҙы һүтеп алып, ике аркалы оранжерея төҙөгәндәр. Һәр береһенә компьютер менән идара итеү ярҙамында тамсылап һыу һибеү ысулы ҡуйылған. Был ҡоролма ваҡыт, һыу күләме буйынса аныҡ билдәләнгән даими автоматик һыу һибеүҙе тәьмин итә.

Шулай уҡ оранжереяны йылытыу һәм йәшелсә эшкәртеү өсөн һигеҙ газ генераторы һатып алынған.

Вәлиевтең индивидуаль предприятиеһы үҙен заманса, тотороҡло үҫешеүсе хужалыҡ итеп таныта. Тимәк, һис шикһеҙ, яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар буласаҡ.

Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе даими ҡаралып, тормошҡа ашырылып килә.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йыл әйләнәһенә йәшелсә менән тәьмин итә
Йыл әйләнәһенә йәшелсә менән тәьмин итә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: