Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәрен барлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырыусы йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ ҡыла. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта ла эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, улар оҙайлы ваҡытҡа кредит каникулдары юллай аласаҡ.
Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙна һайын үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы оло өлкәлә 26 йыл тәжрибәһе булған Әминә Закирова үҙ бизнес-проектын тәҡдим иткән.
"Оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә ҡарамаҫтан, беҙ бер ваҡытта ла дәүләт ярҙамы һораманыҡ, үҙ көсөбөҙ менән үҫештек. Әле эшебеҙҙе киңәйтергә уйлайбыҙ, бының өсөн финанс ярҙамына мохтажлыҡ тыуҙы", - ти Әминә Фәғәнәз ҡыҙы.
Үҙ эшен улар 1996 йылда Себерҙән үҙҙәренең тыуған яғына - Ҡубыяҙ ауылына ҡайтҡас башлай. Тәүҙә - Бөрө ҡалаһынан алма, аҙаҡ ауылда аҙыҡ-түлек һаталар. Бөгөн эшҡыуарҙың Асҡында, Ҡубыяҙҙа һәм Ҡашҡала сауҙа нөктәләре бар. Йәнә Урмияҙ ауылында һатыу урыны асырға уйлай. Эштәрен киңәйтеү маҡсатында Закировтар дөйөм туҡланыу өлкәһендә мәшғүллек башларға йыйына. Кафе өсөн бина табылған, әммә уға мотлаҡ төкәтмә эшләү талап ителә.
"Был өлкәлә беҙҙең тәжрибә бар: 11 йыл кафела халыҡты хеҙмәтләндерҙек, билдәле сәбәптәр менән был эшмәкәрлекте туҡтатып торорға тура килде. Хәҙер ҡайтанан башларға теләк бар", - ти Әминә Закирова.
Район хакимиәте башлығы ла был тәҡдимде хуплаған, Асҡында дөйөм туҡланыу урындарының аҙ булыуын билдәләгән. Динис Рәдис улы урынбаҫарына эшҡыуар өсөн дәүләт ярҙамы биреү өсөн программаларҙы ҡарарға тәҡдим иткән.
Ошондай сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото һәм текст сығанағы: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан