Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель 2022, 13:00

“Бында ла урман: үҙемде сит кеше итеп тойманым”

Педагогия университетын тамамлаған Белорет егете нисек сит районда сәнәғәт предприятиеһы етәксеһе булыуға өлгәшкән?

“Бында ла урман: үҙемде сит кеше итеп тойманым”
“Бында ла урман: үҙемде сит кеше итеп тойманым”

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының "Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты нигеҙендә эшҡыуарҙарға, үҙ эшен асҡан йүнселдәргә  бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Йылайыр районы Йылайыр ауылынан Усмановтарҙың ғаилә бизнесы булып ағасты тәрәндән эшкәртеү тора. Былтыр көҙ улар ағас эшкәртеү ҡалдыҡтарынан яғыулыҡ гранулалары — пеллет етештерә башлаған. Яғыулыҡ гранулаларын Иван-Ҡыуалат ауылы мәғариф учреждениелары һәм райондың башҡа предприятиелары ҡуллана. Пеллеттарҙы шулай уҡ Силәбе өлкәһе ҡулланыусылары бик теләп һатып ала. Быйыл февралдән иһә Усмановтар бесәй аҫтына түшәү өсөн ябай органик матдә фасовкалай башлаған. Уның составын экологик яҡтан таҙа сеймал тәшкил итә. Шәхси ойошмала хеҙмәткәрҙәр рәсми рәүештә эш менән тәьмин ителгән, тимәк, социаль яҡтан да яҡланған. Предприятие етәксеһе Ринат Ришат улы сәләмәт тормош алып бара, районда йәмәғәт башланғыстарына гел ярҙам итә.

Ринат Усманов, Белорет ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, күп кенә тиҫтерҙәре кеүек кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға, тип ҡаңғырып йөрөмәй, сөнки электән уҡытыусы булыу хыялы менән йәшәгән була. Шуға ла документтарын Башҡорт дәүләт педагогия университетына тапшыра. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән егет, һынауҙарҙы уңышлы үтеп, студент булып китә.

– 2012 йылда уҡыу йортон тамамлап, тыуған ҡалама ҡайттым, тик һөнәрем буйынса бер ҡайҙа ла эш тәҡдим итмәнеләр. Унда йүгерҙем, тегендә һуғылдым, әммә һөҙөмтәһеҙ, – ти Ринат Ришат улы. – Эшһеҙ йөрөргә күнекмәгәс, күп уйлап тормай, ҡалала уңышлы эшмәкәрлек алып барған “Пиломир” компанияһына ҡорамалдар ремонтлау буйынса слесарь булып эшкә урынлаштым.

Яңы ғына уҡыу йортон тамамлаған егеткә эшкә өйрәнеп китеүе ауыр булмай. Бергә эшләгән иптәш­тәре лә кәңәшсе була, һәр яҡлап ярҙам тойоп, хеҙмәт сынығыуы үтә Ринат. Ике йылдан һуң егетте компания етәкселеге Йылайыр районында асылған “Пиломир” магазинына директор итеп ебәрә. Ринат Ришат улы һис икеләнеүһеҙ сит районға эшкә юллана. Өҫтәүенә, етәкселек тә уға ҙур ышаныс күрһәтә. “Йылайыр районы ла урманлы, мин үҙемде сит кеше итеп тойманым”, – тип иҫләй ул көндәрҙе Ринат Усманов.

Тырыш егет, компанияла эшләү менән бер рәттән, үҙ кәсебен дә башларға йөрьәт итә. Ул, атаһы менән кәңәшләшеп, ошо тармаҡта эшмәкәрлек алып барған тәжрибәле йүнселдәр менән һөйләшеп, түбән сортлы ағасты эшкәртеү буйынса предприятие булдыра. Өс йылдан һуң Белорет компанияһының Йылайырҙағы “Пиломир” магазинын да һатып алыуға өлгәшә. Ринат Ришат улы һуңынан компанияны ҡалдыра, сөнки бөтә көсөн үҙе булдырған предприятиены үҫтереүгә йүнәлтә.

Әле ике тиҫтәгә яҡын кешенән торған йәмғиәт заказ буйынса тара продукцияһы, поддондар, шпалдар һәм башҡа төрлө ағас әйберҙәре етештерә. Эшкәртелгән ағас ҡалдыҡтарын юҡ итмәйҙәр, ә халыҡҡа утынға һатып, йәмғиәт ҡаҙнаһын байыталар.

Йүнсел етештергән продукцияға ихтыяж ҙур: ул Силәбе, Ырымбур, республиканың күп кенә предприятие-ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөп, уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Әҙер продукцияны заказсыларға үҙе илтеп ҡуя. Ә бының өсөн ҡеүәтле йөк машиналары, ҡоролмалары етерлек. Техника паркы бында бай. Заманса ағас эшкәртеү ҡоролмалары булғас, ҡулланыусыларҙан көн һайын килгән заказдар ваҡытында үтәлә, тотҡарлыҡтар юҡ. “Баҙар иҡтисады бит, бер көнгә заказды һуңлатһаң, иртәгәһенә һиңә мөрәжәғәт итмәйәсәктәр. Шуға ла егеттәр, ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, тырышып эшләй. Сифатына ла иғтибар итәбеҙ, хаҡын да юғары ҡуймаҫҡа тырышабыҙ”, – ти Ринат Усманов.

Предприятие бөгөн эре хужа­лыҡ­тарҙан һанала, шуға ла йыл һайын яңы ҡорамалдар һатып алыуға, уны тулыландырыуға аҡса йәлләмәй етәкселек. Сеймал менән, нигеҙҙә, Йылайыр районы ағас етештереүселәре тәьмин итә.

Предприятие тотороҡлолоғон юғалтмай, эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Ҡыҙыу миҙгелдә хеҙмәткәрҙәр һаны арта, улар, башлыса, килешеү нигеҙендә алына.

Район хакимиәтенең ярҙамын тойоп йәшәй предприятие. Лизинг ысулы менән, мәҫәлән, яңы техника, ҡорамалдар һатып алғандар. Ике яңы цех сафҡа индерелгән. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға ла ҙур иғтибар бүлә етәкселек. Ял бүлмәләре, туҡланыу өсөн махсус биналар ҡаралған.

– Белорет яҡтарынан килеп, Йылайырҙа төпләнеүемә үкенмәйем, яратҡан эшем бар, тырыш хеҙмәткәрҙәрем етерлек. Ә уңғандарға ҡайҙа ла үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар, – ти Ринат Усманов.

Ошондай сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайты.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: