Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель 2022, 08:30

Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?

Аҙна һайын үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы ике проект ҡаралды.

Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәрен барлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырыусы йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ итә.

Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә сираттағы проект  менән Яңы Ергән ауылында йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнергә ниәтләгән Инсаф Күсәков сығыш яһаны. Проекттың маҡсаты - ит ярымфабрикаттары һәм ҡымыҙ етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү. Инвестиция Хәйбулла районы биләмәһендә етештерелгән һәм һатылған йылҡысылыҡ продукцияһы күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам талап ителә.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә шулай уҡ Таштуғай ауылынан Илдар Рахманғолов та ҡатнашты. Проекттың инициаторы 2010 йылдан алып "Таштуғай" предприятиеһына етәкселек итә. Эшмәкәрлегенең төп төрө - иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү, ит малсылығы. Ер участкаларының майҙаны - 1350 гектар. Ауыл хужалығы малдары һаны 186 баш тәшкил итә. Әлеге проекттың маҡсаты - Таштуғай ауылы янындағы 200 гектарлыҡ ер участкаһында майлы етен үҫтереү һәм һатыу. Проекттың өҫтөнлөгө - һуғарыу системаһы. Билдәләнгән һуғарыу системаһы ярҙамында ихтыяжға ҡарап теләһә ниндәй төр продукцияны үҫтереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Проект һауа шарттарына бәйле түгел, был иһә уңыш алыуға гарантия бирә. Инвестициялар май етене баҙарында позицияларҙы яуларға, продукцияны һатыуҙан табыш алырға, ҡулланыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Дәүләт ярҙамының күрһәтелгән саралары - өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алыу, ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау. Ултырыш барышында билдәләнеүенсә, райондың климат шарттарын иҫәпкә алып, был проектҡа, һис шикһеҙ, ихтыяж ҙур. Шуға күрә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусыларға инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбулла йүнселдәре ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: