15 апрелдән Башҡортостанда хаҡлы ялдағылар һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр туристик юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплау өсөн таныҡлыҡ ала аласаҡ.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, танытмалар республика халыҡты социаль тәьмин итеү үҙәге филиалдарында һәм "Ғаилә" район-ара үҙәктәрендә теркәлеү урынында биреләсәк.
Был башланғыс «Башҡортостан Республикаһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» дәүләт программаһының «Башҡортостанда туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм нығытыу» ярҙамсы программаһы сиктәрендә эшләй. Ә был ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Демография" милли проектын (национальный проект "Демография") тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
2022 йылда 905 кешегә шифаханаларға, профилакторийҙарға юллама биреләсәк, был юҫыҡҡа 7,8 миллион һум аҡса ебәреләсәк. Хаҡлы ялдағылар һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн 165 төрлө социаль маршрут әҙерләнгән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/442515/
Фото: veteranrb.ru