Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Ишембай районында социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү буйынса комиссиялар эшен дауам итә.
Уҙған аҙнала яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙың өс проекты хупланды. Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм яңғыҙ йәшәгән граждандарға күрһәтелә, шул иҫәптән үҙ эшен асыуға ла. Әйткәндәй, бындай ярҙам төрөнә халыҡта ихтыяж ҙур. Килешеү буйынса финанс ярҙамының иң ҙур күләме 250 мең һум тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, социаль контракттың маҡсаты – шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу; граждандың (уның ғаилә ағзаларының) аҡсалата килемен арттырыу. Әгәр социаль контракттың маҡсатына өлгәшелмәһә, ғариза биреүсе ошо контракт буйынса алған аҡсаны үҙ теләге менән ҡаплай йә ул суд тәртибендә түләтелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/241357
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/241357