Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2022, 09:30

Межгорье ҡалаһында мәҙәни үҙәктең ҡыйығы төҙөкләндереләсәк

Белеүегеҙсә, "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә республикала яңы объекттар төҙөлә, заманса ҡорамалдар үҙләштерелә, ҡыҙыҡлы проекттар бойомға ашырыла.

Межгорье ҡалаһында мәҙәни үҙәктең ҡыйығы төҙөкләндереләсәк
Межгорье ҡалаһында мәҙәни үҙәктең ҡыйығы төҙөкләндереләсәк

Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә Межгорье ҡалаһы Үҙәк мәҙәниәт һәм ял бинаһы ҡыйығын капиталь төҙөкләндереү өсөн төбәк бюджетынан берлектә финанслауға 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Бина ныҡ ҡына иҫкергән, урыны-урыны менән ҡыйыҡтан һыу тама, шуның арҡаһында эстәге ҡорамалдар туҙа.

Межгорье ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Инна Михайловна Гаврилова: “Капиталь ремонттан һуң хәүефһеҙлек кимәле ныҡ артасаҡ, шул сәбәпле учреждение хеҙмәткәрҙәренә бында эшләү бик уңайлы буласаҡ, ә ҡала кешеләре буш ваҡыттарында Үҙәктә рәхәтләнеп ял итәсәк”, - ти.

Фото:  vk.com/gazetamejgorie 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: