Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Апрель 2022, 17:15

Төҙөлөш миҙгеле башланыу менән ҡалалар төҙөкләнәсәк

Былтыр республиканың 63 муниципалитетында 146 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән, быйыл тағы 122 майҙан яңы һулыш аласаҡ.

Төҙөлөш миҙгеле башланыу менән ҡалалар төҙөкләнәсәк
Төҙөлөш миҙгеле башланыу менән ҡалалар төҙөкләнәсәк

Башҡортостандың 14 ҡалаһы Рәсәй Төҙөлөш министрлығы рейтингына индерелгән. Был исемлек иң уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалаларҙан тора, уны ведомство йыл һайын баҫтырып сығара.

Әлеге рейтингта миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар араһында Өфө алтынсы урында килә. 2020 йыл менән сағыштырғанда баш ҡалабыҙ бер баҫҡысҡа күтәрелгән, ә республика ҡалалары был исемлектә ике тапҡырға күбәйгән. Өфөнән тыш, Туймазы, Дүртөйлө, Ағиҙел, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишембай, Яңауыл, Сибай, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез һәм Салауат ҡалалары бар унда.

Тораҡтарҙа йәшәүселәргә уңайлы мөхит булдырыр өсөн республикала һуңғы йылдарҙа күп көс һалына. 2021 йылда ғына 63 муниципалитетта 146 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Әле яңы төҙөлөш миҙгеле башланыуы менән федераль финанслау алған Бәләбәй, Туймазы, Күмертау, Бөрө, Межгорье һәм Стәрлетамаҡ проекттары өҫтөндә эш башланасаҡ. Бөтәһе 2022 йылда Башҡортостан буйынса 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерергә ниәтләй республика етәкселеге.

Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә уңайлы ҡала мөхите булдырылған ҡалаларҙың дөйөм һаны 490-ға етә, был эш "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына ярашлы башҡарыла.

2021 йылда Рәсәйҙең 1117 ҡалаһына иҫәпләнгән индекстың формалашыуына ҡала киңлектәренең иң популяр алты төрөн кәүҙәләндергән 36 күрһәткес йоғонто яһай, мәҫәлән, торлаҡ, йәмәғәт, бизнес, социаль һәм ял инфраструктураһы, йәшел майҙандар, яр буйҙары, урам инфраструктураһы һәм дөйөм ҡала киңлеге. Уларҙың һәр береһе ҡала мөхитен — хәүефһеҙлекте, уңайлылыҡты, экологик хәүефһеҙлек, үҙаңды һәм төрлөлөктө, тирә-яҡ мөхиттең замансалығын үҙ эсенә ала һәм власть органдарының һөҙөмтәлелеге менән баһалана.

Һәр күрһәткес ун баллы шкала буйынса баһалана. Ҡала йыя алған мәрәйҙәр һаны — 360. Шул уҡ ваҡытта сифат индексы 180 балдан артыҡ булһа, ҡала мөхите уңайлы тип һанала.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Өфө 204 мәрәй йыйған ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса Рәсәйҙә (миллиондан ашыу ҡалалар араһында) VI урынды биләй, Мәскәүҙе, Санкт-Петербургты, Ҡазанды, Түбәнге Новгородты, Дондағы Ростовты уҙып китте. 

Бынан тыш, 2020 йыл йомғаҡтары менән сағыштырғанда, Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхите булған ҡалалар һаны ике тапҡырға артҡан. 14 ҡала, шул иҫәптән Өфө, 181-ҙән ашыу мәрәй йыйған. Исемлеккә индерелгән Башҡортостан ҡалалары араһында түбәндәгеләр юғары күрһәткескә эйә:

  1. Өфө — 204;
  2. Туймазы — 206;
  3. Дүртөйлө— 205;
  4. Ағиҙел — 203;
  5. Баймаҡ — 202;
  6. Стәрлетамаҡ — 201;
  7. Бәләбәй — 198;
  8. Ишембай — 198;
  9. Яңауыл — 198;
  10. Сибай — 195;
  11. Октябрьский — 195;
  12. Бөрө — 193;
  13. Мәләүез — 188;
  14. Салауат — 187;

2021 йылда Башҡортостан Республикаһында "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, республиканың 63 муниципаль берәмегендә 146 йәмәғәт территорияһын төҙөкләндереү 1 282,8 миллион һум күләмендә башҡарыла (шул иҫәптән Рәсәй ҡаҙнаһынан — 1257,15 миллион һум, Башҡортостан ҡаҙнаһынан — 25,6 миллион һум). 2021 йылда биш конкурс проекты тормошҡа ашырыла: Яңауыл, Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел ҡалаларында һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылында.

Һигеҙ конкурс проекты буйынса төп эштәр Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Учалы ҡалаларында, Мәләүез районы Воскресенское һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында башҡарыла.

Рәсәй Төҙөлөш министрлығы тарафынан был баһа тирә-яҡ мөхиттең сифатын баһалау ғына түгел, һәр айырым ҡалала үҙгәрештәр динамикаһын күҙәтеү маҡсатында ДОМ.РФ Үҫеш институты һәм Стрелька КБ менән берлектә эшләнә. Индекс муниципаль властарға, билдәле бер тораҡ пунктта йәшәү уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы булһын өсөн, тәү сиратта ҡала мөхите үҫешенең ниндәй яҡтарына иғтибар итергә кәрәклеген аңларға мөмкинлек бирә.

Рәсимә АЛЛАБИРҘИНА, Нефтекама ҡалаһы:

- Быйыл беҙ еңеүсе ҡалалар исемлегендә булмаһаҡ та, һуңғы йылдарҙа Нефтекамалағы үҙгәрештәр тураһында әйтеп китмәү яҙыҡ булыр ине. “Һаулыҡ һуҡмағы” төҙөкләндерелде, ул күҙҙең яуын алып тора. Уңайлы парктар эшләнде. Ҡала уртаһындағы күлде быға тиклемге етәкселек ҡоротоп маташа ине, әле иһә шундай уңайлы парк эшләнеләр. Күл тирәләй эскәмйәләр ҡуйылған, бөтә байрамдар ошонда үтә. Бик матурланды ҡалабыҙ.

Лиана Ҡәҙерғолова, Саҡмағош районы:

- Беҙҙең район үҙәге ошо өс йыл эсендә күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Йәйәүлеләр өсөн махсус юлдар, арт-объекттар барлыҡҡа килде. Беҙҙе иң ҡыуандырғаны – ҡасаба уртаһындағы парк. Бында балалар рәхәтләнеп велосипедта, роликта йөрөй, концерт һәм дискотекалар үтә. Һәр яҡтан кәртә менән уратып алынғас, машина килеп инеү хәүефе юҡ. Беҙ ошо майҙанға яҡын йәшәгәс, парк булдырылыуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ: яҙ етеү менән бында күңелле концерттар үтә, байрамдар уҙғарыла. Тормош гөрләп китте, район үҙәгенә яңы һулыш өрҙө.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Төҙөлөш миҙгеле башланыу менән ҡалалар төҙөкләнәсәк
Төҙөлөш миҙгеле башланыу менән ҡалалар төҙөкләнәсәк
Төҙөлөш миҙгеле башланыу менән ҡалалар төҙөкләнәсәк
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: