Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда тыуымдың артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, ғинуарҙа 2967 сабый тыуған – былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 84 балаға күберәк. Был Волга буйы федераль округында Мари Эл, Удмурт республикаларынан, Пенза өлкәһенән һәм Пермь крайынан ҡала, бишенсе күрһәткес.
Халыҡ һанын тотороҡландырыу һәм 2025 йылға уны 145 миллион кешегә тиклем арттырыу өсөн шарттар булдырыу – Рәсәй демография сәйәсәтенең һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе.
Билдәләнгән осорҙа республикалағы 983 ғаиләнең тәүге сабыйы тыуған. Был 2021 йылғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 1,7 процентҡа күберәк. Башҡортостан, Дағстан, Чечня республикалары һәм Мәскәү ҡалаһы менән бер рәттән, ишле ғаиләләр һаны буйынса илдең тәүге дүрт төбәге иҫәбенә инә, ә Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты биләй.
Әле республикала балалы ярты миллиондан ашыу ғаилә йәшәй, шуларҙың 50 меңе тиерлек – ишле.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/241422
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/241422