Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель 2022, 14:30

Ҡала мөхите яҡшыра, уңайлыҡтар арта

Өфө ҡала мөхитенең сифаты буйынса Рәсәйҙә алтынсы урынды яуланы.

Ҡала мөхите яҡшыра, уңайлыҡтар арта
Ҡала мөхите яҡшыра, уңайлыҡтар арта

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтырғы йомғаҡтар буйынса Рәсәйҙә уңайлы мөхитле ҡалаларҙың дөйөм һаны 490-ға етте, был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты планында билдәләнгәндән 42 ҡалаға күберәк.

2021 йылда илдең 1117 ҡалаһы өсөн индекс иҫәпләп сығарылды. Индексты төҙөүгә 36 күрһәткес йоғонто яһай. Улар торлаҡ, ижтимағи-эшлекле һәм социаль-ял инфраструктураһы, уларҙың эргәһендәге киңлектәр, йәшел биләмәләр, яр буйҙары, урам инфраструктураһы һәм дөйөм ҡала киңлеге кеүек иң мөһим алты төрлө ҡала мөхитен билдәләй.

Башҡортостан Республикаһы 2021 йыл йомғаҡтары буйынса бик яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән.  Өфө, 204 балл йыйып, ҡала мөхитенең сифат индексы буйынса (миллионлы ҡалалар араһында) Рәсәйҙә алтынсы урынды яуланы. Беҙҙән алда – Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов.  2020 йылға ҡарағанда республиканың баш ҡалаһы бер баҫҡысҡа күтәрелгән.

Бынан тыш, элгәре йыл йомғаҡтары менән сағыштырғанда, Башҡортостанда уңайлы мөхитле ҡалалар һаны икеләтә артҡан. 14 ҡала, шул иҫәптән Өфө лә, 181-ҙән ашыу мәрәй йыйған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/442946/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/241386

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: