Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының "Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты нигеҙендә эшҡыуарҙарға, үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Дүртөйлә эшҡыуары Илшат Хөснөтдинов өсөн малсылыҡ тармағы ят түгел. Бала саҡтан ул ата-әсәһенә ярҙамлаша, малдарын ҡараша. Буласаҡ һөнәре ла малдар менән бәйле, ун йылдан ашыу Әнгәсәк ветеринар дауаханаһында етәксе булып эшләй. Тәжрибә етәрлек. Бөгөн Илшат Әнәс улының ғаилә хужалығында бер нисә һыйыр һәм тана иҫәпләнә.
2020 йылдың авгусында ауыр хәлдә ҡалған хужалыҡты үҙ ҡулына алырға йөрьәт итә. Элекке "Танып" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең базаһында өр-яңы "Хөснөтдинов ИП" крәҫтиән (фермер) хужалығы барлыҡҡа килә. Иң тәүҙә бинаны төҙөкләндереүгә иғтибар бирелә: корпустар ремонтлана, аҙбарҙың ҡыйығы яңыртыла, электрүткәргестәр һуҙыла. Артабан орлоҡһаҡлағыс ремонтлана, техникаларҙы ремонтлау өсөн йылы бокс йыһазландырыла, яңы техникалар һатып алына. Илшат Әнәс улының малҡайҙарға нисек өндәшеп, уларҙы яратыуҙарын күҙәтеүе- кешенең үҙ урынында икәнен генә түгел, ә алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүе хаҡында ла һөйләй.
Хужалыҡты ҡабул иткәндә бөтәһе 140 баш эре мөгөҙлө мал һәм 220 гектар сәсеү майҙаны иҫәпләнһә, әле мал һаны ла, сәсеү майҙандары ла икеләтә тапҡыр артҡан. Ауырлыҡтарға ҡарамай, яңы хужа үҙ хужалығын яңы үрҙәргә күтәрә.
Эшҡыуар малсылыҡ тармағын ит йүнәлешендәгн малдар иҫәбенә киңәйтергә иҫәп тота. Шуға күрә абердин-ангусск тоҡомлоларға күҙе төшә, һәм яңылышмай. Был тоҡомло малдарҙың иттәре татлы һәм тәмле булыуҙары менән айырылып тора. Шуға күрә уларҙы " ҡара ынйылар" тип тә йөрөтәләр. Ҡара һәм аҡ төҫтәге малҡайҙар ашауға ла бик талымһыҙ. Февраль айында эшҡыуар ошо тоҡомло дүрт тана һатып алған һәм киләсәктә уларҙың һанын 20-30 башҡа еткерергә уйлай.
Ошондай сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше#нацпроектыБашкортостан